Ауыл биләмәләре араһында барған район спартакиадаһы зачетына зона волейбол ярышында Әбделкәрим ҡатын-ҡыҙҙар командаһы 1-се Этҡол ауылына барып 1-се урын яулап ҡайттылар.Беҙ уларҙы еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ, барыһына ла уҡыуҙарында, эштәрендә уңыштар, ғаилә бәхете һәм дә ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәүҙәрен теләп алабыҙ
24 октябрь Әбделкәрим мәҙәниәт йортонда «Ғәйфи бабай-өйлән давай» комедияһы менән һәүәҫкәр әртистәребеҙ сығыш яһаны. Төп ролдәрҙе Искужин Фуат (Ғәйфи бабай) һәм Булатова Рәйлә (Зәкиә әбей)башҡарҙы. Рустик һәм Бэби ролдәрен Йәнсурин Рөстәм һәм Солтанғолова Нәзилә уйнаны. Шулай уҡ Шәйдуллина Зифинә, Ғиззәтуллин Рәсүл, Булатова Әлфинур, Булатова Гүзәл үҙ ролдәрен бик оҫта башҡарҙылар.Мәҙәниәт йорто директоры Шәйдуллина З.Р. етәкселегендәге әртистәргә ижади уңыштар теләйбеҙ. Комедия тамашасы күңеленә бик оҡшаны, рәхмәт әйтеп таралыштылар.